Конспект урока по башкирскому языку на тему "Ҡоштар донъяһы"

Конспект занятия
Урок по башкирскому языку на тему "Ҡоштар донъяһы" разработан по учебнику М.С.Давлетшина, Н.Н.Кинъябулатова, Г.М.Садыкова "Башҡорт теле"
Гареева Ильвера Мажитовна
Содержимое публикации

Гареева Ильвера Мажитовна

МБОУ СОШ №4 с.Раевский МР Альшеевский район РБ

Учитель башкирского языка и литературы

Тема : Ҡоштар донъяһы

Маҡсат 1.Белем биреү: тема буйынса белемдәрен арттырыу, һүҙ байлығын байытыу, беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһында күрә белеү, таныу.

2.Үҫтереүсе: һөйләү телмәрен үҫтереү, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

3.Тәрбиәүи: ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, ярҙам итеү.

Бурыстар: башҡорт теленә ихтирам , дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Предмет –ара бәйләнеш : Тәбиғәтте өйрәнеү.

Йыһазландырыу: компьютер, презентация, карточкалар, ҡош һүрәттәре

Предмет УУЭ һөҙөмтәһе :яңы һүҙҙәрҙе бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет –ара ) УУЭ :

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләү, булған белемде барлау, баһалау.

б) танып –белеү :текстан кәрәкле мәғлүмәтте табыу, эҙләү.

в) коммуникатив :темаға ҡарата бәйләнешле телмәр үҫтереү, диалог ҡороу, төркөмдә хеҙмәттәшлек.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре : үҙаллылыҡ сифаттарын үҫтереү, ҡоштарҙы һаҡлау, ярҙам итеү.

Дәрес барышы

I.Ойоштороу моменты

-Һаумыһығыҙ , уҡыусылар. Кәйефтәрегеҙ нисек?

-Ҡояшлы иртә кеүек

Башҡорт телен, дәүләт телен

Уҡырға тип килдек беҙ.

II.Артикуляцион күнегеү. Әйҙәгеҙ, башҡортса дөрөҫ әйтер өсөн ,телде шымартып алайыҡ.

Ҡыйғаҡ – ҡыйғаҡ ,ҡысҡыра

гөр-гөр, гөрөлдәй

туҡ- туҡ, туҡылдай

сип-сирыҡ,сирҡылдай

- ҡар-ҡар,ҡарҡылдай...

III. Дәрестең темаһын асыҡлау, маҡсатын билдәләү.

Уҡыусылар, дәрес темаһын белер өсөн мин йомаҡ әйтәм.

Яҙын йырлап киләләр, Беҙҙе моңға күмәләр.

Көҙөн тағы күмәкләшеп, Йылы яҡҡа китәләр.

Ә ҡыштарын ҡышлайҙар. Йә, әйтегеҙ , нимәләр?

Ҡоштар. Тимәк , дәрестең темаһы “ Ҡоштар донъяһы.”

Дәфтәргә датаны ,теманы яҙабыҙ.

Дәрескә бер ҡош осоп килгән , ҡанатында һорауҙар

Ә ҡоштар тураһында нимәләр белергә кәрәк?

Әйҙәгеҙ ҡоштар һүҙе менән һорауҙар төҙөйөк.

Ниндәй ҡоштар бар?

Ҡоштар ни эшләй?

Ҡоштар ҡайҙа ҡышлай?

Башҡортостанда күпме (нисә ) ҡош ҡышлай?

Ҡоштарға нисек ярҙам итергә кәрәк?

Ошо һорауҙар ярҙамында ҡоштар менән танышырбыҙ.

Турғай, ҡарабаш турғай, һайыҫҡан,тумыртҡа, ҡарға, сел, һуйыр, ҡор, күгәрсен,сәүкә.

IV Булған белемдәрҙе актуалләштереү

Ә ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ?

V. Яңы мәғлүмәт биреү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Дәреслектең 58-се битен астыҡ,һүрәттәр буйынса һүҙлек эше.

Хор менән уҡыйбыҙ һәм иҫтә ҡалдырабыҙ.

Ҡышларға ҡалған ҡоштар нисек атала?(ҡышлаусы)

Дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ ҡош исемдәрен. Таҡтаға кем сыға?

Турғай, ҡарабаш турғай, һайыҫҡан,тумыртҡа, ҡарға, сел, һуйыр, ҡор, күгәрсен,сәүкә.

Телмәр үҫтереү. Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Киләһе һорау; Ни эшләй? (һайрай, оса, ҡышлай)

Ҡоштар ҡышты нисек үткәрә? Был һорауға яуап Ҡоштар донъяһы текстында. Диктор артынан уҡыйбыҙ.

Сылбырлап уҡыу..

Төркөмдәрҙә эш. 4 төркөмгә бүлендек.. Һәр төркөм бер абзацты тәржемә итә..

Тәржемә . Зима. Вокруг белые снежные сугробы. В лесу тишина.Деревья стоят как в сказке.

В январе бывает очень холодно.Морозы достигают до 40 градусов.

Много знойных морозов. Ветер свистит, воет , бушует и резко стихает.

Опытный натуралист находит на снегу следы птиц. Вот разбросаны колючки лопухов.Значит, здесь синицы искали корм.

Рябчик,глухарь, тетерева пережидают в снегу трескучих морозов.Только сорока , голубь,галка, воробьи не бояться морозов.Они прилетают ближе к людям. Потому что здесь легко найти пищу. Полярная сова живет на Севере,зимой прилетает к нам.

В Башкортостане свыше 70 птиц зимуют. Как вы зимой помогаете птицам?

Төркөмдәргә карточкаларҙа һорауҙарға яуап бирергә .

Уҡыусылар, текста ниндәй миҙгел? Ниндәй ҡыш айы һыуыҡ? Ҡар эсендә ниндәй ҡоштар ята? Кешеләргә яҡын ниндәй ҡоштар ҡышлай?

Башҡортостанда нисә ҡош ҡышлай?

Ҡышлаусы ҡоштарға ҡыш көнө һыуыҡ, аҙыҡ юҡ. Шуның өсөн ҡоштарға нимә эшләргә кәрәк? (тағараҡ)

Рефлексия .

Дәрестә ниндәй ҡош исемен белдең? Улар ниндәй ҡоштар?Ҡышты нисек үткәрә?

Ҡоштар –ҡанатлы дуҫтар.Уларҙы һаҡла.

Өйгә эште аңлатыу

Баһалау.Был бәхет ҡошо һеҙгә тик яҡшы билдәләр генә тарата.

Уҡыусылар, бына ҡарағыҙ әле,Әлшәй районы гербында ла ҡош бар. Ул ыласын. Ыласын кеүек бейек осоғоҙ, тыуған яҡты яратығыҙ!

Комментировать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ бесплатно!
Подробнее
Также Вас может заинтересовать
Подготовка к ГИА
Подготовка к ГИА
Подготовка к ГИА
Уроки по подготовке к гиа для «Дистанционное образование»
Подготовка к ГИА
Уроки по подготовке к гиа для 11 класса «Открытый урок тема "Рельсы"»
Комментарии
Добавить
публикацию
После добавления публикации на сайт, в личном кабинете вы сможете скачать бесплатно свидетельство и справку о публикации в СМИ.
Cвидетельство о публикации сразу
Получите свидетельство бесплатно сразу после добавления публикации.
Подробнее
Свидетельство за распространение педагогического опыта
Опубликует не менее 15 материалов и скачайте бесплатно.
Подробнее
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и скачайте рецензию бесплатно.
Подробнее
Свидетельство участника экспертной комиссии
Стать экспертом и скачать свидетельство бесплатно.
Подробнее
Помощь