“Ҡатыҡ тәмләшеү” йолаһы
Байрам барышы:
1-се ҡыҙ йүгереп инә:
-Өләсәй, өләсәй!!!
1-се ағинәй:
-Әү,балам, ни булды?(Өй мәшәҡәттәре менән булышып йөрөй)
1-се ҡыҙ:
-Беҙ бөгөн урам ҡыҙҙары менән ҡырға ҡатыҡ тәмләшергә сығырға һөйләштек!
1-се ағинәй:
-Бик мәслихәт! Ниәтегеҙ изге икән. Ойоторға ҡуйған ҡатығым да әҙерҙер инде, ҡана әле ҡарайыҡ! (Бергәләп таҫтамал менән ҡаплап ҡуйылған күнәкте алып асып ҡарайҙар)
1-се ағинәй:
-Эм-м-м, тап таман булған! Тәмләп ҡара әле, балам? (Ағас ҡалаҡ менән тәмләтеп ҡарай)
1-се ҡыҙ:
-И-и-и, тәмлекәс кенә!( Башын сайҡай)
1-се ағинәй:
-Улай булғас, ҡатыҡҡа болғап ашарға ҡаймаҡ та һалайым,сеүәтә менән ҡашығын да онотма. (Ейәнсәренә төйөнсөк төйнәй)
1-се ҡыҙ:
-Рәхмәт, өләсәй!
1-се ағинәй:
-Былай булғас, байрам байрам булһын инде, йоланы еренә еткеп башҡарыр кәрәк, әхирәттәремде лә саҡырайым, күнел асырға һеҙҙеңянға сығарбыҙ. (Бергәләп ейәнсәре менән сығып китәләр)
Музыка яңғырай, яланға йыр йырлап ҡыҙҙар килеп инә.
2-се ҡыҙ:
-Ҡыҙҙар, ҡайһылай матур ялан! Сәскәләрзең ниндәйҙәре генә юҡ бында! (Үрелеп күгәрсен күҙе сәскәһен өҙөп иҫнәй)
3-се ҡыҙ:
-Беҙ үҙебеҙҙә сәскәләр кеүек сағыубыҙ бит! Балитәкле күлдәктәр, тәңкәле камзулдар! Йөҙөк менән муйынсаларыбыҙ ғына ни тора! (Бейеп өйөрөлөп ала)
4-се ҡыҙ:
-Абау ҡыҙҙар, әллә ҡатыҡ тәмләшергә сыҡҡаныбыҙҙы белеп малайҙар ҙа килеп еткән инде?! (Ергә ашъяулыҡ йәйә, сеүәтәһен ултырта)
Күңелле музыка яңғырай, малайҙар килеп инә.
1-се малай:
-Ҡулыбыҙҙа сеүәтә,
Бөтәбеҙ таҡмаҡ әйтә.
Тәмле ҡатыҡ йырлата,
Йырлата ла бейетә.(Йырлай)
2-се малай:
-Ҡатыҡ ашап ҙурайҙым,
Бигерәк оҙонайҙым.
Йөҙҙәрем түп-түңәрәк,
Түңәрәк тулған айҙан! (Йырлай)
3-сө малай:
-Сәләм, сәскәләрҙән сағыу ҡыҙҙарға!
4-се малай:
-Ҡатык тәмләргә беҙҙе лә алығыҙсы?
1-се ҡыҙ:
-Әйҙәгеҙ, бергәләп күңеллерәк тә булыр!(Малайҙар ашъяулыҡ тирәләй урын алалар)
1-се малай:
-Әйҙәгеҙ, уйнап күңел асып алайыҡ!(Ҡалағы менән түңәрәк тирәләй ултырған балаларҙың сеүәтәләренә һуғып саҡыра)
-Балдый апай, беҙгә кил,
Беҙгә кил дә уйнап көл.
Балғалағың көмөш булһын,
Сеүәтәң ҡатыҡҡа тулһын.(Ҡыҙҙар үҙ сеүәтәләренән малайҙың сеүәтәһенә ҡатыҡ ҡойоп бирәләр)
2-се малай:
-Ҡунаҡҡа килдек,
Күстәнәс килтерҙек.
Бер ҡалаҡ ҡатыҡ ҡаймаҡлы,
Бер ҡалаҡ ҡатыҡ яғылмаҡлы! (Балалар ҡатыҡ ашай, ҡалаҡтың һыртын ялайҙар)
2-се ҡыҙ:
-Ҡатыҡ ҡаймаҡ ярата,
Ҡаймаҡ ҡатыҡҡа бата.
Ҡалаҡ ҡатыҡ ашата,
Ҡаймаҡ ҡалаҡ ялата. (Балалар тағы ҡатыҡ ашай, ҡалаҡтың һыртын ялайҙар)
3-се ҡыҙ:
-Ойом-ойом, ойомос,
Ҡатыҡ булды ойомос.
Тәмле ҡатыҡ тамаҡҡа,
Бейеп китәм таҡмаҡҡа.(Урынынан тороп бейей, балалар сәпәкәй итә, урынына барып ултыра, ҡатыҡ ашайҙар, ҡалаҡтың һыртын ялайҙар)
Һалмаҡ музыка яңғырай, яланға ағинәйҙәр килеп инәләр.
1-се ағинәй:
-Ҡайһылай күңелле ултыраһығыҙ, балаҡайҙар! Һаумыһығыҙ!(Түрҙән урын алалар)
Балалар бергә:
- Һаумыһығыҙ!
2-се ағинәй:
-Ҡыҙҙар ҡатыҡ тәмләшә тигәс, килдем әле, бер юлы ҡатыҡ тәмләшеү йолаһы менән дә таныштырып үтәйем.Был байрамды яландар сәскәгә күмелеп, һыйырҙарҙың һөтө тәмләнгәс, үткәрәләр. Бер урам, төйәк ҡыҙҙары байрамы тип тә атарға мөмкин.
3-сө ағинәй:
-Ҡатыҡ, ҡорот элек-электән башҡорт халҡында дауалау сараһы итеп файҙаланылған. Беҙҙең халыҡ бик борон замандарҙан уҡ һыйыр малын ҡулға эйәләштергән.Был хаҡта “Урал батыр” эпосында ла әйтелгән:
Мин дә әрәм итергә,
Үгеҙ һине тырышмам,
Яфаланып, көс түгеп,
Һинең менән сайҡашмам.
Донъяла һин кешенән
Көслө юғын танырһың,-
Үҙең түгел, тоҡомоң менән
Кешегә ҡол булырһың!
Бына ҡайһы замандарҙан уҡ һыйыр кешегә хеҙмәт итә башлаған.
4-се ағинәй:
-Һыйыр һөтөн бик ҡәҙерләп һәм ҙурлап АҠ тип йөрөткәндәр. АҠ-изге төҫ, сафлыҡ, паклыҡ төҫө.
1-се ағинәй:
-Әйҙәгеҙ, балалар, кемегеҙ зирәгерәк, кемегеҙ тапҡырыраҡ икән, тиҙәйткестәр әйтешеп алайыҡ.”Ҡатыҡҡа ҡаймаҡты ҡалаҡлап-ҡалаҡлап ҡойҙом-ҡойҙом да ҡыуана-ҡыуана ҡоштабаҡты ҡояшҡа ҡуйҙым”. Йәгеҙ, кемегеҙ ҡабатлап әйтер?
3-сө ҡыҙ:
-Мин, мин! “Ҡатыҡҡа ҡаймаҡты ҡалаҡлап-ҡалаҡлап ҡойҙом-ҡойҙом да ҡыуана-ҡыуана ҡоштабаҡты ҡояшҡа ҡуйҙым”!Килеп сыҡтымы?
2-се ағинәй:
-Ә хеҙер минең артымдан ҡабатлап ҡарағыҙ әле: “ҡатыҡ, ҡорот, ҡаймаҡ ҡайғыртыусылар ҡеүәтле, ҡөҙрәтле, ҡаһарман ҡиәфәтендә, ҡатыҡ, ҡорот, ҡаймаҡ ҡайғырмаусыларҙың ҡиәфәте ҡотосҡос ҡурҡыныс, ҡайғылы”.
1-се малай:
-Үҙем-үҙем!!! “Ҡатыҡ, ҡорот, ҡаймаҡ ҡайғыртыусылар ҡеүәтле, ҡөҙрәтле, ҡаһарман ҡиәфәтендә, ҡатыҡ, ҡорот, ҡаймаҡ ҡайғырмаусыларҙың ҡиәфәте ҡотосҡос ҡурҡыныс, ҡайғылы”.Үәт!
3-сө ағинәй:
-Борон-борон заманда беззең өләсәйҙәр ошолатып ҡуйыртмаҡ яһап ялата торғайны.(Бармағы менән сеүәтә төбөнән ҡатыҡ алып ялай, балалар эйәрешеп ҡабатлайҙар) Тәмлеме?
Балалар бергә:
-Тәмле-тәмле!
1-се ҡыҙ:
-Өләсәй, ә уны нисек эшләйҙәр ул?
1-се ағинәй:
-Тәүҙә ҡорот әҙерләргә кәрәк. Ҡоротто нисек ҡуйырға өйрәтәйемме?
Ҡатыҡ ҡойҙом ҡаҙанға,
Ҡатыҡҡа ике аҙна.
Эркет ҡайнай ҡаҙанда,
Ҡабармай болғағанда.
Эркет ҡайнаны урғып,
Һөҙҙөм иләкте алып.
Ултырҙы ул тонғансы,
Тағы бер кис ҡунғансы.
Тап-таҙа тоҡҡа ҡойҙом,
Баш түбән аҫып ҡуйҙым.
Эркет һыуҙары аҡты,
Аҡ ташты һалдым тағы.
Тоҡто асһам, ап-аҡ ҡорот,
Услап-услап уны тот.
Юҡ икән тоҙо, кәрәк,
Тоҙһоҙ сөсө бигерәк.
Ҡорот йомарлаған саҡта табаҡ төбөнә йәш ҡорот ҡалдырып, һөт ҡойоп ҡуяһың.
2-се ағинәй:
-Уны тәмле булһын тиһәң,
Яңы һөттө ҡояһың.
Ҡаймаҡ ҡушһаң, бигерәк шәп,
Их, ялап бер туяһың.
Бына, балалар, ҡуйылтмаҡ шулай яһала.
Балалар:
-Ҙур рәхмәт һеҙгә ағинәйҙәр!
1-се малай:
-Уйнап-көлөп күңел асып ҡына ҡалманыҡ, файҙалы мәғлүмәттәр ҙә алдыҡ!
3-сө ағинәй:
-Ошо матур йоланы онотмай уйнап йөрөгәнегеҙ өсөн үҙегеҙгә рәхмәт, балалар!(Ағинәйҙәр сығалар, балалар йырлашып таралышалар).