Рәшит Солтангәрәевтең тормош юлы һәм ижадына арналған викторина

Разное
Рәшит Солтангәрәевтең тормош юлы һәм ижадына арналған викторина
Гареева Лилия Тайфуровна
Содержимое публикации

Рәшит Солтангәрәевтең тормош юлы һәм ижадына арналған викторина һорауҙары

1. Рәшит Солтангәрәев ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? (1935 йылдың 15 декабрендә Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында.)

2.Әҙип юғары белемде ниндәй уҡыу йортонда ала? (Башҡорт дәүләт педагогия институтында.)

3.Уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәт юлын ҡайҙа һәм кем булып башлай? (“Совет Башкортостаны” гәзитендә, әҙәби хеҙмәткәр.)

4.Ниндәй жанрҙарҙа емешле хеҙмәт итә? (Хикәйә, повесть, роман, эссе, очерк, публицистик мәҡәләләр.)

5.Уның тәүге китабы нисек атала һәм нисәнсе йылда баҫылып сыға? (“Тыуған йорт”, 1967 йылда.)

6.1971 йылда донъя күргән икенсе хикәйәләр йыйынтығы нисек атала? (“Аҡ тирәктәр”.)

7.1978 йылда Рәшит Солтангәрәев шул осорҙа ижад ителгән әҫәрҙәре өсөн ниндәй премияга лайыҡ була? (С.Юлаев исемендәге республика премияһына.)

8.Бөйөҡ Ватан һуғышы осоронда тылдағы халыҡ тормошо, ауылда ҡалған ҡатын ҡыҙ, бала-сағаны ҡаты бәғерле, кешелекһеҙ әҙәмдәрҙең яфалауы яҙыусының ҡайһы әҫәрендә һүрәтләнә? (“Хамбал” хикәйәһендә.)

9. “Яңғыҙ йорттоң ни ел ҡайһы яҡтан килһә лә үтә һуға ла ҡуя …”Был өҙөк яҙыусының ҡайһы хикәйәһеннән? (“Яңғыҙ йорт”.)

10. “Беҙ йәшәгән ер” романы хәҙерге замандың ниндәй көнүҙәк мәсьәләләрен күтәрә? (Тыуған төйәккә һаҡсыл ҡараш, ата-бабанан изге мираҫ булып ҡалған тыуған тупраҡтың ҡәҙерен белеү, киләсәген ҡайғыртыу.)

11.Гөлйөҙөм инәй менән Шакир мажаралары әҙиптең ҡайһы хикәйәһендә тасуирлана? (“Ҡиәмәтлек кейәү”.)

12.Нефтселәр тормошо яҙыусының ниндәй әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан? (“Аҡ умырзая”, “Таш болан” ,“Тау”, “Йылы ямғыр”, “Беҙ йәшәгән ер”,“Беҙҙең дуҫ” ,“Ҡарабулаҡ тарлауығында”, “Нефтселәр юлынан ”.)

13. “Осто бөркөт” повесы ҡайһы жанрға ҡарай һәм башҡорт халҡының ниндәй легендар шәхесенә арналған? (Тарихи-биографик жанр, Муса Мортазинға.)

14.Совхоз директоры Мәсәғүтов менән Ҡорбанғазы ағай образдары яҙыусының ҡайһы хикәйәһенән? (“Аҡбәкәл”.)

15. «Йәш кенә ирҙәр йәмле бер йәй көнөндә шаяра-көлә иҫке өй һүтәләр. Уларҙың береһе, Зәйнулла тигәне, ата йортон емереп, ауылды ташлап китә».Яҙыусының ҡыйһы романы ошо эпизод менән башланып китә?(“Беҙ йәшәгән ер” романы.)

16.Әҙиптең “Ерҙе киләсәк өсөн һаҡларға!” тигән очеркы ниндәй осрашыуға арналған? (Атаҡлы үҙешмәкәр ғалим Терентий Мальцев менән Башкортостан игенселәре осрашыуына.)

17.Р.Солтангәрәевте кем “ башҡорт Чеховы йәки Шукшины” менән сағыштыра? (Әмир Әминев.)

18.Яҙыусы ижадына “ Заман гәзитендә” ниндәй балалар яҙыусыһы ошондай баһа бирә: “ Уның ижади кәбәне ныҡ, осло, оҫта һалынған булып сыҡты, уға ваҡыт та, мода ла тәьҫир итә алмай”? (Фәрҙәнә Ғөбәйҙуллина.)

19.1191 йылда сыҡҡан очерктар йыйынтығы ниндәй исем аҫтында баҫыла?(“Яҙмыш”.)

20. Р.Солтангәрәевтең һуңғы әҫәре нисек атала?(“Ауылым минең – яҙмышым минең”.)

Комментировать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ бесплатно!
Подробнее
Комментарии
Добавить
публикацию
После добавления публикации на сайт, в личном кабинете вы сможете скачать бесплатно свидетельство и справку о публикации в СМИ.
Cвидетельство о публикации сразу
Получите свидетельство бесплатно сразу после добавления публикации.
Подробнее
Свидетельство за распространение педагогического опыта
Опубликует не менее 15 материалов и скачайте бесплатно.
Подробнее
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и скачайте рецензию бесплатно.
Подробнее
Свидетельство участника экспертной комиссии
Стать экспертом и скачать свидетельство бесплатно.
Подробнее
Помощь