Юл ҡағиҙәләрен онотма!

Воспитание детей
Буклет для раздачи родителям о правилах дорожного движения
Малабаева Насима Зиннуровна
Содержимое публикации

Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Кесе йәштәге бала юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында нимә белергә тейеш?

Яңғыҙ юл аша сығырға ярамай, юлды сыҡҡанда ҡулыңды өлкәндәрҙең ҡулынан ысҡындырмай, етәкләшеп кенә сығырға кәрәк.

Урам буйлап йөрөгәндә тротуарҙың уң яғынан атларға.

Тротуарҙан ситкә тайпылмайынса ғына атларға кәрәк.

Юлды йәйәүлеләр өсөн билдәләнгән урындан ғына үтергә.

Юл аша сығыр алдынан, светофорға ҡарап алырға: йәшел ут янһа ғына – һиңә юл асыҡ.

Юл - машиналар өсөн тәғәйенләнгән, ә тротуар – йәйәүлеләр өсөн.

Урамда транспорттарҙың һәм йәйәүлеләрҙең хәрәкәте светофор йәки урам хәрәкәтен көйләүсе ярҙамында тәртипкә һалына.

Йәмғиәт транспорттарында тәҙрәнән һонолма, ҡулыңды йәки берәй әйберҙе тәҙрә аша һуҙма.

Кескәйҙәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу системалы һәм уларҙы йөҙәтмәй алып барылһа, был төшөнсәләрҙе балалар ныҡлап үҙләштерер.

Бының өсөн юлда, урамда, ишек алдында ярашлы хәлдәр ҡулланығыҙ. Бала менән урамда йөрөгәндә юлдағы транспорттар, йәйәүлеләр менән нимә булғанын аңлатыуфайҙалы. Мәҫәлән, ни өсөн ошо мәлдә урам аша үтергә ярамай, был осраҡта йәйәүлеләр һәм автомобиль өсөн ниндәй ҡағиҙәләр барлығынаңлатыу. Транспорт аҫтына эләгә алыуҙарын билдәләп, юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы күрһәтегеҙ.

Баланың күреү һәләтенең хәтерен үҫтереү, тәьҫораттарын нығытыу өсөн балалар баҡсаһынан ҡайтҡанда балаға өйгә юлды үҙен табырға йә киреһенсә, һеҙҙе иртәнсәк баҡсаға алып килергә тәҡдим итегеҙ .Баланы урам менән ҡурҡытмағыҙ – транспорт алдында паникалы ҡурҡыу тойғоһо зыянлы, вайымһыҙлыҡ, ихтибарһыҙлылыҡ менән бер.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!

Бала урам ҡағиҙәләренә ата - әсәләренән, башҡа өлкәндәрҙән үрнәк алып өйрәнә. Урамда ҡағиҙәләрҙән талпынмайынса йөрөгөҙ. Урамдағы өлгөлө тәртибегеҙ һеҙҙең балаларығыҙға ғына түгел, бөтә балаларға ла миҫал булһын! Балаларыбыҙҙы юлдағы фәжиғәләрҙән аралар өсөн барыһын да эшләйек.

Әҙерләне: тәрбиәсе Малабаева Н.З.

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының «Сулпылар» берләштерелгән балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкә тиклемге белем биреү бюджет учреждениеһы

Юл йөрөү ҡағиҙәләрен һәр кем

белергә

тейеш!

Комментировать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ бесплатно!
Подробнее
Также Вас может заинтересовать
Работа с родителями
Работа с родителями
Воспитание детей по работе с родителями для «Буклет для родителей "Развитие мелкой моторики рук у детей 4-5 лет"»
Работа с родителями
Воспитание детей по работе с родителями для дошкольников «"Развиваем - играя и познавая"»
Работа с родителями
Презентации по работе с родителями для дошкольников «Презентация для родителей: "Рисуем крупами"»
Работа с родителями
Воспитание детей по работе с родителями для дошкольников «Роспись деревянных ложек в Городецкой технике»
Комментарии
Добавить
публикацию
После добавления публикации на сайт, в личном кабинете вы сможете скачать бесплатно свидетельство и справку о публикации в СМИ.
Cвидетельство о публикации сразу
Получите свидетельство бесплатно сразу после добавления публикации.
Подробнее
Свидетельство за распространение педагогического опыта
Опубликует не менее 15 материалов и скачайте бесплатно.
Подробнее
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и скачайте рецензию бесплатно.
Подробнее
Свидетельство участника экспертной комиссии
Стать экспертом и скачать свидетельство бесплатно.
Подробнее
Помощь