Тема:”Мәңгелек хәтер”
Маҡсат:Балаларҙа конкрет тарихи факттар аша Ватанды һаҡлаусыларға ҡарата ҡәҙер-хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү; үҙ тыуған илеңә ҡарата һөйөү уятыу;Еңеү байрамы тураһында алған белемдәрен киңәйтеү.
Бурыстар:
Белем биреүсе:
- илебеҙ өсөн мөһим ваҡиғалар һәм байрамдар менән таныштырыу;
- Еңеү байрамының әһәмиәтен асып биреү ;
- һорауҙарға тулы яуап биреү.
Үҫтереүсе :
-балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу;
- фекерләү ҡеүәһен үҫтереү:
- хәтерҙәрен үҫтереү;
- Ватансылыҡ тойғоһон формалаштырыу.
Тәрбиәүи:
- үҙенең Тыуған иленә,еренә ҡарата һөйөү тәрбиәләү;
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, һәләк булып ҡалғандар ,иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандар ,батыр һәм ҡыйыу,берҙәм халҡы өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләү;
- ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: ноутбук;презентация “Һәр ваҡыт иҫтә”;һуғыш тематикаһына арналған һүрәттәр, иллюстрациялар; Советтар Союзы геройҙарының фотоһүрәттәре; “День Победы”, “Священная война”, “Минута молчания “ йырҙарының фонограммалары.
Алдан алып барылған эш:
Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хикәйәләр,шиғырҙар уҡыу;һуғыш темаһына арналған шиғырҙар ятлау; Еңеү тураһында әңгәмә үткәреү;балалар эштәренән күргәҙмә ойоштороу.
Барышы:
Тәрбиәсе: Көн һайын ҡояш ҡалҡа ,ул бөтә ергә үҙенең йылыһын өләшә.Бөтәһе лә уға ҡыуана!Әйҙәгеҙ,беҙ ҙә уға ҡыуанайыҡ.Йылмайҙыҡ бергәләшеп!!!Ерҙә бөтә кешеләр ҙә бер-береһенә ҡыуанышып,йылмайһалар,беҙҙең Ер шарында тыныслыҡ,именлек,тәртип булыр ине.Һәм бер ҡасан да һуғыш булмаҫ!!!
Ултырышығыҙ,балалар.
( “Священная война” йырынан өҙөк тыңлау)
Тәрбиәсе:Тыуған ил...Был һәр кеше өсөн бөйөк һәм иң ҡәҙерле һүҙ булып тора.Нимә ул тыуған ил?
Балалар:Тыуған ил-ул беҙҙең өй,урам,ҡала.Ул беҙ йәшәгән ер.
Тәрбиәсе:1941 йылдың 22 июнендә диктор Левитан тауышы бөтә кешеләрҙе тетрәндереп уята.Яуыз дошмандар тыныс илебеҙгә һуғыш башлай.Улар беҙҙең еребеҙҙе,илебеҙҙе тартып алырға,ә халҡыбыҙҙы әсир итергә уйлайҙар.Ләкин халҡыбыҙ юғалып ҡалмай,бөтәһе бергә дәррәү яуға күтәрелә.Ир-егеттәр генә түгел,хатта ҡатын-ҡыҙҙар,балалар ҙа тыуған илде һаҡлағандар.Илебеҙҙең миллионлаған батыр һалдаттары Тыуған ер,тыныс тормош өсөн яуҙа баштарын һалғандар.
Балалар, ә кемдәрҙе ил һаҡсыһы тип атарға була? (балаларҙың яуаптары “Хәрби профессиялар “ исемле һүрәттәр серияһы менән күрһәтеп барыла)
Улар үҙҙәренең ғүмерҙәрен йәлләмәйсә, дошманға ҡаршы алышалар.Ерҙә лә,һыуҙа ла,күктә лә ҡыйыу ,ысын герой булалар.Бына ҡарағыҙ әле,улар бөтәһе лә йәш,матур, дошманды тар-мар итеп, үҙ тыуған ерҙәренә ҡайтырҙарына ышанғандар,ләкин күбеһенә ҡайтырға яҙмай.Улар мәңге хәтерҙә! (Советтар Союзы геройҙарының фотоһүрәттәрен ҡарау)
Тәрбиәсе: Олатайҙар яуға ингән
Һаҡлап тыуған ерҙәрен.
Килер матур көн хаҡына
Биргәндәр ғүмерҙәрен.
Бөйөк Ватан Һуғышында
Дошмандарҙы еңгәндәр.
Ошо күктәр,ошо ерҙәр
Тыныс булһын тигәндәр.
(ишектә туҡылдау тауышы,почтальон килеп инә)
Почтальон:Һаумыһығыҙ,балалар!Мин һеҙгә һалдаттан хат килтерҙем(тәрбиәсегә хат тоттора).Һуғыш йылдарында һалдаттар ҡағыҙ киҫәгендә хат яҙып, өсмөйөш килеп сыҡһын өсөн, уны үҙенсәлекле итеп бөкләгәндәр.
Тәрбиәсе:Ошондай хаттарҙы хәрби почтаға биргәндәр.Был хатта нимә яҙылған икән?
Я,ребята на войне
В бой ходил,горел в огне.
Мерз в окопах под Москвой
Но как видите, живой.
Я живой,но народ помнит о тех,
Кто погиб,защищая свое отечество.
За страну родную люди
Отдавали жизнь свою,
Никогда мы не забудем
Павших в доблестном бою (В.Степанов).
Балалар,һуғышта һәләк булған батырҙарҙы иҫкә алыу өсөн бер минут тынлыҡ иғлан итәм.Барыбыҙ ҙа урындарҙан тороп, уларҙы иҫкә алайыҡ( бер минут тынлыҡ) .
Тәрбиәсе: Балалар, тиҙҙән беҙ ниндәй оло байрамды ҡаршы алабыҙ икән?
Балалар: 9 Май байрамы.Еңеү байрамы (слайд ҡарау).
Тәрбиәсе: Ниндәй шиғырҙар өйрәндек әле?(балалар шиғыр һөйләйҙәр)
Динә:
Ветеран олатайҙар
Еңеү яулап ҡайтҡандар.
Түштәренә орден,миҙал
Ялтыратып таҡҡандар.
Күгебеҙ аяҙ булһын,
Еңеү көнө һәр бер йортҡа
Изгелек –шатлыҡ тулһын.
Ветеран олатайҙар
Теләйбеҙ һеҙгә һаулыҡ
Һаулыҡтан да ҙур нәмә юҡ,
Һаулыҡ- үҙе ҙур байлыҡ.
Ғайсар:
Олатайҙар яуға ингән
Һаҡлап тыуған ерҙәрен.
Килер матур көн хаҡына
Биргәндәр ғүмерҙәрен.
Бөйөк Ватан Һуғышында
Дошмандарҙы еңгәндәр.
Ошо күктәр,ошо ерҙәр
Тыныс булһын тигәндәр.
Әҙилә:
Матурлығы өсөн был көндәрҙең
Кемдәр генә ҡорбан булмаған.
Исемдәрен тарих беҙгә үҙе
Һаҡлап килә алыҫ йылдарҙан.
Тыуған ил хаҡына,тыуған ер хаҡына
Олатайҙар башын һалдылар.
Беҙҙең ғүмер өсөн улар
Мәңгегә сит илдә ҡалдылар.
Тәрбиәсе: Афарин,балалар.
Ял минуты.
Тирә-яҡ тыныс ҡына (Төҙ генә баҫып,ҡулдарҙы аҫҡа төшөрҙөк),
Һәм ҡапыл- салют!Салют!( Ҡулдарҙы өҫкә күтәрәбеҙ)
Күктә ракеталар(Ҡулдарҙы өҫтә уңға,һулға һелтәйбеҙ),
Ул яҡта ла,был яҡта ла!Ҙур майҙанда,өҫтә(Ултырабыҙ,торабыҙ,ҡулдарҙы өҫкә һуҙабыҙ),
Бөтәбеҙ ҙә урамға,урамға (Урындарҙа еңел генә итеп йүгерәбеҙ),
Бөтәһе лә шат бөгөн байрамға,
“Ура! “- тип ҡысҡыралар (Кулдарҙы өҫкә күтәрәбеҙ,ҡысҡырабыҙ).
1945 йылдың 9 Май иртәһе илебеҙ халыҡтарына ҙур шатлыҡ алып килә. Был көндө һөйөклә илебеҙҙең һәр бер ҡалаһында, ауылында, ҙур митингтар үткәрелә. Шатлыҡтан барыһының да күҙҙәрендә йәш бөртөктәре. Совет халҡы өсөн был Еңеү ҙур шатлыҡ менән дә, ҡайғы-хәсрәт менән дә бергә ҡушыла (слайд ҡарау) .
Һуғыштар булмай ҡорбанһыҙ.
Унһыҙ – юҡ Еңеү туйы.
Ә беҙ үлгәндәр алдында
Бурыслы ғүмер буйы.
Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле һәм фәжиғәле көндәре йылдан-йыл йыраҡлаша бара. Ләкин халҡыбыҙ кисергән ул ҡайғы-хәсрәттәр бер ҡасанда онотолмаҫ. Миллиондарса ғаиләләр өсөн һуғышта һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҙмышы әле лә билдәһеҙ. Ил азатлығы өсөн изге һуғышта һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү эше бөгөн дә дауам итә. Был эштә һәр кем үҙенең өлөшөн индерергә тейеш. Бөгөнгө көндә иҫән булған һуғыш һәм тыл ветерандары йәш быуындың тейешле ихтирамын, иғтибарын тойоп йәшәһен ине. Сөнки бөгөнгө тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн беҙ уларға бурыслы. Өлкән буындың һуғыш һәм һуғыштан һуңғы героик тормошо беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө. Илебеҙ күге тыныс, аяҙ булһын, һуғыш әфәте киләсәк быуындарға ҡағылмаһын!
Тәрбиәсе:Рәхмәт,балалар,һеҙ бөгөн актив ҡатнашып ултырҙығыҙ .Иҫтәлеккә һеҙгә Георгий таҫмаһын бүләк итәм (Таҫма бүләк итеү).