В мире книг

Конспект занятия
Как формировать у детей потребности в книге , чтении
Насырова Рузалия Рамилевна
Содержимое публикации

Тема. Китаптар донъяһында.
Маҡсат. Уҡыусыларҙы китаптың тарихы менән таныштырыу, китаптарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләу,белемдәрен арттырыу, һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу. Туп, елем, иҫке китап, балсыҡ, балсыҡ көршәк, төймә, туҙ, арҡан бәйләү һ.б.
Дәрес барышы. Уҡытыусы һүҙе.
Китап – белем шишмәһе. Китап бик күп быуаттар инде кешеләргә тоғро хеҙмәт итә. Әлеге китап кимәленә еткәнсе, улар бик оҙон, ҡыҙыҡлы үҙгәрештәр кисергән. Беҙ ғүмеребеҙ буйына китаптарға мөрәжәғәт итәбеҙ, уларға шул тиклем өйрәнгәнбеҙ, хатта уларҙы ябай нимәләр итеп күҙ алдына баҫтырабыҙ. Ә бит улар, ысын мәғәнәһендә, мөғжизә: уларҙа кешеләр яҙмышы, төрлө илдәр, ҡалалар яҙмышы. Китап – тере түгел –йәшәй, телһеҙ – ә үҙе һөйләй...
Бик –бик күп быуаттар элек, ҡағыҙ ҙа, ҡара ла булмаған саҡта,китаптар хаҡында һүҙ ҙә юҡ, батыр яугирҙар, тураһында, ай-ҡояш тураһында тик телдән генә һөйләгәндәр. Ул хикәйәттәр телдән-телгә күсеп, бер быуындан икенсеһенә тапшырыла килгән. Кеше тарихындағы тәүге китаптар – улар ҡая-таштарға төшөрөлгән һүрәттәр. Тәүтормош кешеләре бик көслө һунарсы булыуҙан тыш, иҫ киткес рәссам да булған.
Ундай һүрәттәр беҙҙең Башҡортостанда Бөрйән районында табылды.
( Шүлгәнташ мәмерйәһен күрһәтеү).
Тәүтормош кешеһе мәмерйәлә ултыра, һыуыҡтан өшөй-ҡалтырана, ләкин ул утын әҙерләргә онотҡан. Ошо онотоусанлыҡ.Ана шул онотмаҫ өсөн, хәтерҙе төйөнләргә кәрәк . Хәҙерге хаттарға яҡын ана шул предметтарҙы иҫкә төшөрә торған хәтер төйөндәре барлыҡҡа килгән. Индеецтар, мәҫәлән,шул төйөндәрҙең төҫтәренә ҡарап, нимә тураһында һүҙ барғанын хәтерләгәндәр.Мәҫәлән, һары буяу – алтынды аңлатҡан, аҡ –көмөш, ҡыҙыл – һуғыш. Төйөнлө арҡан-бауҙар ҙа төрлө булған: оҙон, ҡыҫҡа, йыуан, нәҙек.
(Бау бәйләү).
Ләкин нисек бер төйөн арҡаһында ғына бар нимәне хәтерҙә ҡалдырып булһын? Шуға кешеләр һүрәттәр эшләй башлағандар. Мәҫәлән,
(Һүрәт. Күл,ҙур балыҡ)
-  Нимә аңлата?
- Һүрәттәр кешеләргә йорт тирәһендә эшләргә лә ярҙам иткәндәр.
- Мәҫәлән, “Мин күршемдән өс үгеҙ алдым һәм йәй аҙаҡтарында уларҙы күршемә ҡайтарып бирергә тейешмен”. Был һүрәттәр менән эш итеүҙе әлеге көндә лә дауам итәләр. Маҫәлән, олимпиадаларҙә бөтә ерҙә һөйләүсе һүрәттәр менән биҙәйҙәр.
- (һүрәт, ПДД буйынса һүрәттәр))
- Ләкин ябай ғына һүрәтте төшөрөү өсөн дә бик күп ваҡыт кәрәк. Һәм кеше һүрәттәрҙе ябайыраҡ төшөрә башлаған. Үгеҙҙең тик башы ғына ҡалған. Аҙаҡ тағы ла ябайлашҡан: өс һыҙыҡ ҡына ҡалған : А. Боронғо халыҡ – шумерҙар бындай үгеҙ-һүрәтте алеф тип атаған. Шулай итеп кешеләр хәрефтәрҙе уйлап сығара башлаған.Кеше уйлай, көлә, йылмая, ҡайғыра – бөтәһен дә һурәттәр менән күрһәтеп өлгөрөп булмай – китаптар барлыҡҡа килә башлай. Тәүге китаптар ағас таҡталарҙан булған: уларҙы тире, туҡымалар менән тарттырып тоташтырғандар. Тыштарын алтын-көмөш менән төпләгәндәр, аҫылташтар менән биҙәгәндәр.Төрлө илдә китапты төрлөсә эшләгәндәр. Месопотамия тигән боронғо илдә китапты балсыҡтан эшләгәндәр. Улар тәүгеләрҙән булып мәктәптәр асҡан.Уҡыу балсыҡ әүәләүҙән башланған. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?Сөнки балалар шул йомшаҡ балсыҡтарға таяҡ менән текстар яҙған.Бындай балсыҡ китаптар Месопотамияла шул тиклем күп йыйылған, иҫ киткес ҙур китапханалар барлыҡҡа килгән.
- (балсыҡҡа исемдәрҙе яҙыу)
Китаптарҙы папирустарға ла яҙғандәр. Папирус – ул үҫемлек , ҡамыш.Ошо ҡамышты эшкәртеп, ҡағыҙ эшләгәндәр.Ләкин папирустар тиҙ онталған.Етмәһә , ике яғына ла яҙып булмаған.Яңы китап төрө барлыҡҡа килгән. Пергамент. Пергамент – эшкәртелгән тире.Ул бик ныҡлы, бөкләргә лә була, ике яғына яҙырға ла мөмкин.Кешеләр тағы ла туҙға яҙғандар.
- Нимә ул туҙ? Туҙға яҙмағанды һөйләмә әйтеме шунан ҡалған.
- Туҙға нисек яҙырға була?
(туҙға яҙыу).
Новгород ҡалаһы тирәһендә бөгөнгө көндә лә бик күп туҙ яҙмалар табыла.
Хәҙерге көндә китаптарҙы ҡағыҙҙарға яҙалар. Ә бына ҡағыҙ Кытайҙа барлыҡҡа килгән.Кытайлылар бик куп быуаттар ҡағыҙ әҙерләу эшен сер итеп йәшереп һаҡлағандар. Серҙе сискән кешене хатта үлем язаһы көткән.Тик ете быуаттан һуң ғына Сәмәрҡандтә
тәүге ҡағыҙ баҫылған. Китаптар бик ҡиммәт булған.Тәүге китапханаларҙа китаптар тимер сылбырҙар менән стенаға беркетелә торған булған.
Рәсәйҙә тәүге китапты бынан 400 йыл элек Иван Федоров тигән кеше башлаған.Уның эшен Иван Грозный күҙәтеп торған. Иван Федоров айҙар буйы эшләгән эште бөгөнгө көндә машиналар бер минутта атҡара.Ошолай итеп, яйлап китапханалар ҙа барлыҡҡа килә.Папирустарҙы һаҡлаусы иң ҙур китапхана Египетта Александрийск китапханаһы була.Ул алты быуат йәшәй, унда 700 мең папирус яҙма һаҡлана.Китапхананы 7 мөғжизәнең береһе тип тә атағандар.
Хәҙерге көндә беҙҙең илдә иң ҙур китапхана Мәскәүҙә. Ул үҙе берҙур урамды тәшкил итә.Ул В.И.Ленин ис. Рәсәй Дәуләт китапханаһы.Уға 1862 йылда граф Николай Румянцев нигеҙ һалған. Донъялағы иң ҙур китап 1832 йылда Лондонда баҫыла. “Инглиз батырҙарының Пантенеоны” тип атала.Бейеклеге – 5,7 метр,киңлеге – 3,7 метр,ер хәрефе – 15 см.Ә иң бәләкәй китап “Ҡырмыҫҡалар” –Японияла.1980 йылда сыҡҡан. Размеры_1,4-1,4 см.
Ә хәҙер ошо ҡәҙерле китаптар һаҡланған үҙебеҙҙең ауыл китапзханаһына күсәйек.Беҙҙең китапханала ниндәй китаптар һаҡлана икән?
- Һүҙ китапханасы Хәйбуллина Гөлсинә Фәррәх ҡыҙына.
Уҡытыусы: Донъяла китапханалар күп төрлө, тимәк, китап үҙенең тарих башында уҡ тере булған, үҙенең туранан-тура мәғәнәһендә. Китаптар тур-да ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр күп. Мәҫәлән, тарихта шундай бер ваҡиға билдәле. Бер бик бай рим кешеһе йәшәгән.Ул үҙенә тере кешеләрҙән тотош китапхана төҙөгән. Ҡолдар һата торған баҙәрҙа аҡыллы ҡолдарҙы һатып алған. Был ҡолдар тотош китаптарҙы ятлап алғандар һәм ҡунаҡтар алдында йырлап-һөйләп күрһәткәндәр. Боронғо Ассирия илендә бер батша балсыҡ китаптар йыйған. Бер ваҡыт ҙур янғын булған. Бөтә ҡала янып бөткән, ә китаптарға бер ни булмаған. Боронғо гректар китапты балауыҙҙан да эшләп ҡараған. Кирбестән эшләнгән китаптар ҙә бар. Иң ҡыҙыҡлыларының береһе – китап-лента. Ул лента 100 аҙымдан тора.Хәҙерге көндә бер япон фирмаһы китапты дөгө ҡамырынан эшләгән, етмәһә, тәмләткестәр өҫтәгән. Китапты уҡып та сығаһың, ашап та ҡуйырға була.Ә Парижда китап-хушбуй эшләгәндәр. Ул 30 биттән тора. Һәр биттең үҙенең еҫе бар.Бөгөнгө көндә иң популяр китаптар – электрон китаптар.
Балалар, арып киткәнһегеҙҙер, ял итеп алайыҡ әле. Уйын. Ә беҙ китап яҙа алабыҙмы?
( Уйын. Китап тип яҙырға.10 кеше сыға.)
Уҡытыусы. Китаптар төрлө була: ҡалын да, йоҡа тышлы ла. Шағирҙар, яҙыусылар китапҡа дан йырлай. Башҡорт әҙәбиәте китабының беҙ өйрәнәһе был яңы бүлеге лә тотош китапҡа арналған. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғырын “Китап һәм балалар” тип атаған.
(Шиғырҙы укытыу).
Һорау. Шиғыр нимә тур-да?
Уҡытыусы. Эйе кешеләр китаптан күңеленә рухи аҙыҡ ала.Уҡыусы бала китабын серҙәш итә. Йәш кеше мең дә бер һорауына яуап эҙләй.
Ә хәҙер әңгәмәләшеп алайыҡ әле. Һеҙ ниндәй китап уҡыйһығыҙ, уҡынығыҙ йәки уҡырға яратаһығыҙ?
Уҡытыусы.Һүҙ ҡунаҡтарға
(Һүҙ балаларға)
Тәүге китабығыҙ ниндәй булды? Ниндәй авторҙы уҡырға яратаһығыҙ?
Уҡытыусы. (үҙе хаҡында).
-Әнғәм Атнабаев шиғырҙары.
Һығымта. Китаптар бөгөнгө көнгә килеп еткәнсе, бик оҙон юл уҙған.Хәҙерге көндә беҙ китаптарҙы ҡәҙерләйбеҙме һуң?Ошо һорауға яуапты егеттәр күрһәтер.
“Ике дуҫ”.
Ултырғыста Наҙгөл ултыра, китап аҡтара, үҙе ашана. Дуҫы инә (Лилиә).
Лилиә: Наҙгөл, һин нимә эшләйһең? Әйҙә, туп менән уйнарға.
Наҙгөл: Юҡ, минең ваҡытым юҡ, мин китап уҡыйым.. ( үҙе китапты шарт-шорт аҡтара, үҙе ашана).
Лилиә : Нимә уҡыйһың? Лилиә, килеп китаптын тышын уҡырға булыша.
- -Эй, бында исемен аңларлыҡ та түгел.
Наҙгөл ашап бөтөрә, үҙе һөйләнә:
Наҙгөл: Уның тышына аҙыраҡ һөт түгелде ул. Мурзиктан ялатҡайным, яҙыуы юйылды ла ҡуйҙы. Исеме титул битендә бар ул.
Наҙгөл: Эй, быныһында яҙыусының исеме майланған.
Наҙгөл ҡулы менән майлы яҙыуҙы ышҡый башлай, үҙе көлә:
Наҙгөл: Фамилияһы ла тап килеп тора инде- Толстой!
Лилиә : Нимә тураһында һуң был китап? Лилиә ,тартып алам тип, битен йырта.
Наҙгөл: Ярай, әллә нимә булмаған әле. Хәҙер йәбештерәбеҙ уны.
Эй, елем бөткән икән.
Лилиә: Миндә лейкопластырь бар. Икәүләп йәбештерәләр.
Наҙгөл: Хәҙер исемн уҡып булмай инде. Эй, ярай ҙа, унда һәр хикәйәнең үҙ исенме бар.
Лилиә : Ә һин ниндәй хикәйә уҡыйһың?
Наҙгөл: Теге ни (эҙләй, таба алмай). Ярай ҙа, һуңынан уҡырмын әле, әйҙа уйнарға киттек.
Уҡытыусы. Малайҙарҙың ҡылыҡтары һеҙгә оҡшаймы?
Китапты нисек һаҡларға кәрәк?.
Китапты һаҡлау ҡағиҙәләре:
1. Бысраҡ ҡулдарың менән китапҡа тотонма.
2. Ашаған саҡта китап уҡыма.
3. Бер ваҡытта ла китап биттәренә яҙма.
4. Китап биттәрен аҡтарғанда, бик һаҡ ҡылан.
5. Йыртылған китап биттәрен йәбештер, башҡаларҙың да ярҙам итеүҙәрен һора.
6. Китап биттәрен бөкләмә, биттәр араһына ручка йәки ҡәләм һалма.
7. Уҡыған битеңде билдәләр өсөн, закладка һал.
Уҡытыусы.Китапты һаҡларға , ҡәҙерләргә кәрәк.
Китап тураһында бик күп фекерҙәр әйтелгән. Нимәләр беләһегеҙ?
Китап – белем шишмәһе.

- Китап беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Ғ.Туҡай китап тураһында бына нимә тигән” Китап” шиғырында:
Һис тә күңелем асылмаҫлыҡ эсем бошһа,
Үҙ-үҙемде күрә алмайса, рухым төшһә,
Яфа сикһәм, йөҙәп бөтһәм, был башымды
Ҡуя алмайса йәнгә йылы һис бер ергә.
Хәсрәт һуңынан хәсрәт килеп алмаш-тилмәш,
Күңелһеҙ уй менән тамам әйләнһә баш,
Күҙҙәремдә кибеп тә етмәгән булһа ,
Хәҙер генә һығылып-һығылып илаған йәш,-
Шул ваҡытта мин ҡулыма китап алам,
Уның изге сәхифәләрен аҡтарам;
Рәхәтләнеп китә шунда йәнем-тәнем,
Шунан ғына дәрттәремә дарман табам.
Уҡып барған һәр бер юлым, һәр бер һүҙем
Була минең юл күрһәтеүсе йондоҙом.
Һөйләй башлайым был донъяның ваҡлыҡтарын,
Асылалыр, нурланалыр күңелем, күҙем.
Йомғаҡлау һүҙе. Тимәк, китап кешегә ни өсөн кәрәк?

Китап яҙмышы – халыҡ яҙмышы. Китап – кешелек йәмғиәте уйлап сығарған иң бөйөк мөғжизәләрҙең береһе. Китаптарҙы уҡығыҙ,һаҡлағыҙ.

Комментировать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ бесплатно!
Подробнее
Также Вас может заинтересовать
Литература
Презентации по литературе для 11 класса «Генрик Ибсен»
Литература
Разное по литературе для 11 класса «Литературный вечер памяти В.В.Маяковского»
Литература
Разное по литературе для 10 класса «Научно-практическая работа»
Комментарии
Добавить
публикацию
После добавления публикации на сайт, в личном кабинете вы сможете скачать бесплатно свидетельство и справку о публикации в СМИ.
Cвидетельство о публикации сразу
Получите свидетельство бесплатно сразу после добавления публикации.
Подробнее
Свидетельство за распространение педагогического опыта
Опубликует не менее 15 материалов и скачайте бесплатно.
Подробнее
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и скачайте рецензию бесплатно.
Подробнее
Свидетельство участника экспертной комиссии
Стать экспертом и скачать свидетельство бесплатно.
Подробнее
Помощь