Тыуған илем - Башҡортоста

Другие сценарии праздников
сценарий ко Дню Республики Башкортостан
Резеда Миндегалеевна Ибрагимова
Содержимое публикации

"Тыуған илем - Башҡортостан!"

(өлкәндар төркөмө өсөн байрам сценарийы)

Төп белем биреү өлкәһе: телмәр үҫеше.

   Белем биреү өлкәләрен интеграциялау: танып белеү үҫеше,  социаль- коммуникатив үҫеш.

  Интеграцияланған бурыстар.

  Белем биреүсе.Балаларға Башҡортостан Республикаһының дәүләт билдәләре (гимн, герб, флаг), тыуған илебеҙ, еребеҙ тураһында яңы белем биреү. 

  Үҫтереүсе. Балаларҙың аң-зиһенен, хәтерен, телмәрен үҫтереүҙе дауам итеү.

  Тәрбиәүи. Башҡорт халыҡ ижадына, йолаларына, байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, тыуған илебеҙгә, еребеҙгә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Шатлыҡ тойғоһо бүләк итеү.

 Йыһазландырыу: Башҡортостан гимны, гербы, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының,Башҡортостан Республикаһы  гимны аудиояҙмаһы.

  Алдан үткәрелгән саралар:  Башҡортостан тураһында шиғырҙар ятлау,йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү, әңгәмә үткәреү.

Зал байрамса биҙәлгән.

 Ҡурай уйнай. Балалар  залға  инәләр.

1.Алып  барыусы: Хәйерле  көн, балалар, хөрмәтле  ҡунаҡтар! Бөгөн  беҙҙә  ҙур  байрам!Һәр  кешенең  тыуған  көнө  булған  кеуек, илдәрҙең  дә  барлыҡҡа  килгән  көнө  була. Беҙ  бөгөн  яратҡан  байрамдарыбыҙҙың  береһе  Башҡортостан  республикаһының тыуған көнөн  билдәләйбеҙ.

2.Алып барыусы. Һаумыһығыҙ, балалар! Байрамға рәхим итегеҙ! Балалар, һәр кешенең тыуған иле, теле, ере,милләте була. Һеҙ, миңә әйтегеҙ әле:

    - Һеҙҙең милләтегеҙ кем?

    -Беҙ башҡорттар.

    -Һеҙниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?

    - Башҡорт  телендә.

    -Ә һеҙ ниндәй ҡалала йәшәйһегеҙ?

    -Сибай ҡалаһында.

    -Тыуған илегеҙ нисек атала?

    - Башҡортостан!

1.Алып барыусы. Балалар,Башҡортостан  ул -  башҡорт иле. Унда барса халыҡ дуҫ, татыу йәшәй. Беҙҙең илебеҙ азат, үҙаллы ил. Халҡыбыҙ үҙенең башлығын да яңыраҡ һайланы.

 -Балалар, кем ул беҙҙең башлығыбыҙ?(балаларҙың яуабы)

2. Алып барыусы. Республикабыҙҙың үҙ флагы,гербы, гимны бар. Гимнды, балалар, аяҡ өҫтө баҫып тыңлайҙар. Һеҙ уны барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Ул берҙәмлеккә, татыулыҡҡа,  дуҫлыҡҡа, азатлыҡҡа әйҙәүсе символ. Әйҙәгеҙ Башҡортостан республикаһы гимнын тыңлайыҡ.

1. Алып барыусы.Балалар,Башҡортостан нимәләргә бай? (балаларҙың яуабы) Әйе, ул үҙенең урмандары, йылға-күлдәре, тауҙары, хайуандары, киң далалары, икмәге, балы, ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары,ҡоштары, балыҡтары менән дан тота.(Компьютер  экранында тәбиғәт күренештәре  слайдтары күрһәтелә)

Ике бала уртаға сығып шиғыр һөйләйҙәр.

1 Беҙҙең Ватан шундай матур,

Ҡояштай балҡып тора.

Тауҙары зәңгәр болоттай

Күктәргә ҡалҡып тора.

Һыуҙары терегөмөштәй

Йылтырап ағып тора

Баҡсаларында емештәр

Ерҙәргә тамып тора (Жирнова Риана)

2. Ай Уралым, Уралым!

Күгәреп ятҡан уралым

Нурға сумған түбәһе

Күккә ашҡан Уралым

Һине маҡтай йырҙарым

Һине данлай йырҙарым.

2. Алып  барыусы: Балалар ,ҡарағыҙ әле, бына   миндә  тылсымлы  ҡурай  сәскәһе бар, тик  ел  уны  тирбәтеп  сәскәнең  таждарын  туҙҙырып  ташлаған. Һанай  ҙа, һорай, ни  эшләп  7? Эйе, ҡурайҙың  7  тажы - 7  ырыуҙы  белдерә. Ҡурайҙың  Һәр  бер  тажында  һорау  яҙылған, уларға  яуап  тапһаҡ, ҡурай  сәскәһен  йыйып буласаҡ. Һеҙ  әҙерһегеҙме?

1 – се  алып барыусы1 – се  тажын   алайыҡ  әле. Ер  йөҙөндә  һәр  бер  илдең, республиканың  3  билдәһе  бар, йәки  символы . Әйтегеҙ  әле, нисек  атала  улар?

(балаларҙың  яуаптары)

1 - се символ- республикабыҙҙың  дәуләт флагы.Ниндәй  төҫтәрҙән  тора  ул  флаг? Дәуләт  флагында  өҫтән  аҫҡа  зәңгәр, аҡ, йәшел  төҫтәр  бар. Нимәне  аңлата һуң  был   төҫтәр? Зәңгәр  төҫ – күк  йөҙөн, ғәҙеллекте, теләктәрҙең  сафлығын  аңлата. Ағы – татыулыҡты  белдерә.Йәшеле – ер  йөҙөн  иҫкә  төшөрөп  тора. Ул  азатлыҡ  һәм  тормоштоң  мәңгелек  билдәһе. Ә  ҡурай  сәскәһе – дуҫлыҡ  символы. Афарин, беләһегеҙ  икән!  

2 – се  дәуләт  символы  ул -  герб.Уның  авторы  - рәссам  Фазлетдин  Ислахов.Герб  нимәнән  тора? (балалрҙың  яуабы)Дөрөҫ,балалар, герб –түңәрәк  эсендәге беҙҙең  батырыбыҙ   Салауат  Юлаев  һәйкәле  һүрәтенән  тора.

3 – сө  символы  булып  гимн  тора. Гимн – Башкортостан  республикаһының  иң  төп , тантаналы  йыры  булып  һанала. Гимндың  авторы  - композитор  Фәрит  Иҙрисов. Гимнды  ҡайҙа  ишетергә  мөмкин? (радио, телевидениела).Гимн   матурлыҡты   данлай, беҙҙең  күңелдәрҙә  ғорурлыҡ  тойғоһо  уята. Шуға уны  һәр  саҡ  баҫып  тыңлайҙар.

Гимн тыңлау

-2-се алып  барыусы: беренсе  һорауға  яуап  таптыҡ, икенсе  тажды  алайыҡ  әле. Малайҙар  бейеуен  ҡарап  алайыҡ, тип  яҙылған.

Малайҙар бейеүе

 Икенсеһенә  лә   яуапты  ла  таптыҡ.

1-се алып  барыусы: Киләһе   тажында  нимә  көтә  икән  беҙҙе? Тыуған  ил  тураһында  мәҡәлдәр   әйтеп  китегеҙ. Беҙ мәҡәлдең башын , ә һеҙ аҙағын әйтеп бөтөрһегеҙ.

Теле юҡтың-иле юҡ.

Тыуған илдән туйған юҡ.

Тыуған илем- алтын бишек.

 Ил ҡәҙерен белмәгән - башын юғалтҡан.

·       

2-се алып  барыусы: Афарин, бик  күп  беләһегеҙ  икән  мәҡәлдәр.3  сө таждың  да  һынауын   сос  үттегеҙ.Ҡурай  сәскәһенә  оҡшай башланы  шикелле. Шулаймы  балалар?

1-се алып  барыусы: 4 – се  тажды  ла, алайыҡ, һынауын  үтәп  ҡарайыҡ.Ә  хәҙер  батырҙар  йырлап- бейеп  күрһәтһен.

Йыр  “Ватаным

2-се алып  барыусы: Афарин,баалар! Һеҙҙең  ярҙамығыҙ  менән  4 – се  тажды  ла  йыйып  ҡуйҙыҡ.

1-се алып  барыусы: Киләһе  тажда  ниндәй  һынау  көтә  икән? Һеҙ  ниндәй  милли  башҡорт   уйындарын  беләһегеҙ ?(әйтеп  китәләр).         Әйҙәгеҙ, әле  шуларҙың  береһе  “итексе” не  уйнап  алайыҡ.

Уйын Итексе

Уйнағандан  һуң  урындарына  ултыралар.

2-се алып  барыусы: Балалар, нисә  тажды йыйҙыҡ  беҙ? 5.

 Алтынсыһын да алайыҡ, яуабын  табып  ҡарайыҡ.

Йырлап, бейеп күңел ас!

Халҡыбыҙҙың көйҙәре

Бер ҡасан да ялҡытмаҫ!

Йыр...

 Берҙәмлектә  -  көс  тиҙәр, бергәләп  был  һынауҙы ла үттек.

1-се алып  барыусы : Иң  һуңғы  7 –се тажына  ла  килеп  етттек.Башҡортостан  тураһында  шиғырҙар  һөйләп  китегеҙ.

Балалар шиғыр һөйләйҙәр

3.Башҡоттостан һин беҙҙең

Тыуған үҫкән илебеҙ

Беҙгә икмәк, өй биргән

Һыуын эскән еребеҙ

Башҡортостан беҙ һине

Һөйәбеҙ, яратабыҙ(Шаяхметов Ислам)

4.Минең телем-тыуған ерем

Әсәм тауышы.

Халҡымдың бай хазинаһы

Таҙа намыҫы

Ерҙә халыҡ йәшәй икән

Теле лә йәшәй

Телен асҡанда һәр бала

Әйтәсәк Әсәй.( Зуфарова назгуль)

5. Иң ҡәҙерле, иң һөйөклө

Тыуып үҫкән ил бит ул

Йөрәктәрҙә тамыр йәйгән

Шңмәй торған гөл бит ул

Тыуған илем- шатлыҡ иле

Беҙҙә халыҡ дуҫ йәшәй

Бөтә милләт халыҡтарын

Туған итте ҙур Рәсәй.(Буранбаева Самира)

6.Давайте будем дружить

Друг с другом.

Как птица с небом

Как ветер с лугом

Как парус с морем.

Трава с дождем

Как дружит солнце

Со всеми нами.(Биешева Рената)

2-се алып барусы. Балалар, ҡарағыҙ  әле,Беҙҙең ҡурайыбыҙҙың таждары асылды. Ә нимә килеп сыҡты икән.Башҡоттостан республикаһының ете мөғжиизәһе.Әйҙәгеҙ әле бергәләп һанайыҡ. Афариндар!

Видеоролик Башҡортостандың ете мөғжизәһе 

 1-се, 2-се алып барыусылар

Хөрмәтле балалар, ҡунаҡтар. Һеҙҙе Башҡотостан республикаһының тыуған көнө менән ихлас ҡотайбыҙ. Бәхетле, мул тармошта имен –аман йәшәйектәрю

   

Комментировать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ бесплатно!
Подробнее
Также Вас может заинтересовать
Сценарии праздников
Новогодние праздники по сценарии праздника для дошкольников «Рождественские посиделки»
Сценарии праздников
Сценарии к 1 сентября по сценарии праздника для дошкольников «Сценарий на 1 сентября – «День знаний»»
Сценарии праздников
День открытых дверей по сценарии праздника для дошкольников «Путешествие в город здоровья»
Сценарии праздников
Другие сценарии праздников по сценарии праздника для дошкольников «Квест-игра по ПДД «Тропа безопасности»»
Сценарии праздников
Сценарии к 8 Марта по сценарии праздника для «Милая, добрая, светлая...»
Комментарии
Добавить
публикацию
После добавления публикации на сайт, в личном кабинете вы сможете скачать бесплатно свидетельство и справку о публикации в СМИ.
Cвидетельство о публикации сразу
Получите свидетельство бесплатно сразу после добавления публикации.
Подробнее
Свидетельство за распространение педагогического опыта
Опубликует не менее 15 материалов и скачайте бесплатно.
Подробнее
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и скачайте рецензию бесплатно.
Подробнее
Свидетельство участника экспертной комиссии
Стать экспертом и скачать свидетельство бесплатно.
Подробнее
Помощь