Халҡым күңелендә ҡаһарман улдары

Разное
Открытое занятие
Резеда Миндегалеевна Ибрагимова
Содержимое публикации

Беҙ - Салауат вариҫтары

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ дәрес эшмәкәрлеге

Маҡсат: балаларҙы Салауат Юлаев образы менән таныштырыуҙы дауам итеү. Милли батырыбыҙҙың рухи менән илһамландырыу, тыуған илгә һөйөү, уның батырҙары, арҙаҡлы кешеләре менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, тасуири һөйләргә өйрәтеүҙе дауам итеү.

Йыһазландырыу: картиналар репродукциялары, плакаттар, Башҡортостан картаһы, ҡулдан эшләнгән карта, Башҡортостан гербы, флагы, экран, магнитофон.

Алдан алып барылған эштәр: С.Юлаев тураһында әңгәмәләшеү, уның тураһында китаптар уҡыу, уның шиғырҙары менән танышыу, Таусылар проспектындағы С.Юлаевтың бюстын барып ҡарау, шиғырҙар ятлау.

Төп белем биреү өлкәһе: Танып белеү. Донъяны етди күреү һәләттәрен үҫтереү.

Белем биреү өлкәләрен интеграциялау: телмәр үҫеше, социаль- коммуникатив үҫеш.

Бурыстар:

Белем биреүсе: Балаларға милли батырыбыҙ С.Юлаев, Башҡортостан Республикаһының дәүләт билдәһе герб, флаг, С.Юлаевтың бюсты, һәйкәле, С.Юлаев исемен йөрөткән хоккей командаһы, ҡала исеме, тураһында яңы белем биреү.

Уҫтереүсе: Балаларҙың аң-зиһенен, хәтерен, телмәрен үҫтереүҙе дауам итеү.

Тәрбиәүи: С.Юлаевтың тормош юлына, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, тыуған илебеҙгә, халҡына ҡарата илһөйәрлек тойғоһон уятыу. Ғорурлыҡ тойғоһо уятыу.

-Балалар, беҙ һеҙҙең менән башҡорт халҡының бай тарихы, арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуы дауам итәбеҙ. Ә киләһе батыр менән таныштырыу алдынан беҙ һеҙҙең менән аудиотаҫма тыңлап алайыҡ. Әйҙәгеҙ, иғтибар менән тыңлайыҡ әле.

(Ильшат Рамазанов башҡарыуында йыр)

- Беҙ һеҙҙең менән кем тураһында аудиотаҫма тыңланыҡ? (Балалар: Салауат Юлаев тураһында).

-Афарин, дөрөҫ . Беҙ һеҙҙең менән бөгөн башҡорт халҡының милли геройы С.Юлаев тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

-Балалар, ә мин һеҙҙе Салауат Юлаев тураһында күберәк белер өсөн тарих буйынса сәйәхәткә саҡырам. Ҡарағыҙ әле экранға нимә күрәһегеҙ?

(Экранда карта)

-Балалар: Карта!

-Эйе, дөрөҫ! Был карта! Ә карта нимәгә кәрәк ул?

-Балалар: Карта юлды күрһәтә.

-Шулай, балалар! Карта ҡала, ауыл, йәки берәй объект урынлашҡан урындарҙы күрһәтә.

Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән ошо картаға ҡарап тарихҡа Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәйек. Салауат Юлаев тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алайыҡ. Был карта ябай түгел, унда һеҙгә төрлө һынауҙар, эштәр үтергә тура киләсәк. Беҙ ул эштәрҙе һеҙҙең менән эшләп сығырға тейешбеҙ. Картаны ҡарайыҡ әле, бына бында нимә күрһәтелгән? Кемдең рәсеме?

(Экранда атта һыбай ултырған С.Юлаевтың рәсеме)

-Балалар Салауат Юлаевтың рәсеме.

-1 бала: Ә мин Салауат Юлаевтың шиғырын беләм.

АйУралым, Уралым,

Күгәреп ятҡан Уралым.

Нурға сумған түбәһе

Күккә ашҡан Уралым!

Һине маҡтай йырҙарым,

Һине данлай йырҙарым.

-Афарин! Бик матур шиғыр. Был шиғырҙы С.Юлаев үҙе яҙған. Ул үҙенең тыуған илен, тәбиғәтен, халҡын бик яратҡан. Уларға арнап шиғырҙар яҙған.

-Балалар, С.Юлаевтың рәсеменә ҡарайыҡ әле ниндәй кеше булған икән ул?

-Балалар: көслө, батыр, аҡыллы, герой ,ҡурҡыу белмәгән.

-Дөрөҫ, балалар!

- Балалар, ә С.Юлаевты тағы ла ҡайҙа күрергә була?

- Балалар: Һыбайлы атта ултырған С.Юлаев Башҡортостан гербында бар.

- Дөрөҫ! С.Юлаевтың ат өҫтөндәге һыны республикабыҙҙың иң юғары дәүләт символы-Башҡортосстан гербында һынландырылған. Салауат батыр бик оҫта атта һыбай йөрөгән, аттар яратҡан. Балалар, ә мин һеҙгә Салауаттың яратҡан атына бәйле ҡыҫҡаса ғына бер хәлде һөйләп үтәйем әле. Бер көнө Салауат һунарҙан ҡайтып килгәндә уның ҡаршыһына айыу тап була һәм Салауатҡа ташлана. Ә батыр Салауат аптырап ҡалмай, һунарсы бысағын сығарып айыу менән ҡаршы һуғыша һәм еңеп сыға.Әммә үҙе лә яралар ала, ҡолай. Ә аты уны ҡотҡарыр өсөн ауылына сабып ҡайтып Салауаттың атаһын алып килә, Салауатты ҡотҡара. Бына шунай аҡыллы аты булған уның.

-Артабан сәйәхәтебеҙҙе Салауаттың атына ултырып дауам итәйек.

(“Урал” көйө Ишморат Илбәков башҡарыуында ишетелә)

(Экранда ҡурай һүрәте)

- Тыңлағыҙ әле , балалар, ишетәһегеҙме, ниндәйер моң яңғырай?

-Балалар: ҡурай тауышын.

- Ә ҡурай тауышы ниндәй булды?

-Балалар: Яй, моңло, тылсымлы, серле, матур .

-Эйе, балалар, беҙҙең тыуған илебеҙҙә хатта үләндәр ҙә йырлай белә. Ә С. Юлаев шиғырҙар ғына яҙып ҡалмаған, оҫта итеп ҡурайҙа ла уйнарға яратҡан. Ул балалар һеҙҙең кеүек бәләкәй генә сағынан ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән, ҙурайғас, ил азатлығын һаҡлап һуғышта йөрөгәндә үҙе менән һәр саҡ ҡурай йөрөткән, тыуған илен һағынған сағында ҡурайҙа уйнар булған. Салауат батыр ҡурайын итек ҡунысына, билбауына ҡыҫтырып йөрөтөр булған. Балалар, ҡарағыҙ әле, минең ҡулымда Салауат батырҙың ҡурайы. Ул беҙҙе уйнап алырға саҡыра.

(“Ҡурай ” автор уйынын уйнау ) Ипләп кенә ҡурай моңо ишетелә.

- Шаулап үҫ һин ҡурайым ( ҡулдарҙы уңға- һулға сайҡайбыҙ)

Ҡояш нурында уйнап.(ҡулдарҙы тирә-яҡҡа һуҙабыҙ)

Күккә тиклем үрмәлә лә ( ҡулдарҙы өҫкә һуҙабыҙ)

Сәскәләреңде һин ас!(ҡулдарҙы баш өҫтөндә асабыҙ).

-Ә ҡурай һүрәтен балалар тағы ла Республикабыҙҙың ҡайһы дәүләт символдарында күрергә була?

- Балалар: Башҡортостан флагында, гербында бар.

-Дөрөҫ, ҡурай ул башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы Башҡортостан флагында һәм гербында ла урын алған.Уның ете тажы бар.

-Был тылсымлы ҡурай артабан беҙҙе сәйәхәткә саҡыра, картабыҙға иғтибар менән ҡарайыҡ әле, нимәне күрәбеҙ?

( Экранда С. Юлаев бюсты)

-Балалар: был С.Юлаевтың бюсты.

-Дөрөҫ! Балалар беҙҙең Сибай ҡалаһында Салауат Юлаевтың бюсты бар. Күргәнегеҙ бармы уны?

- Бала: С. Юлаевтың бюсты Сибай ҡалаһының Таусылар проспектында урынлашҡан. Ҡалабыҙҙың тап уртаһында Сәнғәт колледжы эргәһендә.

-Рахмәт, мәғлүмәт өсөн!

- Беҙ һеҙҙең менән сәйәхәт итә торғас Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөгә лә килеп еткәнбеҙ икән.Экранға ҡарайыҡ әле.

( Экранда С. Юлаев һәйкәле)

-Балалар: Салауат Юлаевтың һәйкәлен күрәбеҙ!

-Дөрөҫ, балалар!Әйҙәгеҙ бергәләп Салауат батырҙың һәйкәле тураһында видеояҙма ҡарап алайыҡ!

(Видеояҙма “Салауат Юлаев һәйкәле” ВК СалаватЮлаев под музыку Башкортостан)

-Балалар С.Юлаевтың һәйкәле ҡайҙа урынлашҡан?

-Балалар: Өфө ҡалаһында, Ағиҙел йылғаһы ярында.

- Ә һеҙҙең кемегеҙ Өфө ҡалаһында булғаны, С.Юлаевтың һәйкәлен күргәне бар?

- Афарин, бик яҡшы! С.Юлаев һәйкәле Рәсәйҙә ат һынындағы иң ҙур һәйкәл булып һанала. Уны Сосланбәк Тавасиев исемле скульпторсы эшләгән. Ул Баш ҡалабыҙҙың символы. Әллә ҡайҙан сәләм биреп ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып тора Салауат батыр.

-2-се бала : Ә мин һәйкәл тураһында шиғыр беләм!

Тау башында таш түшәлгән

Юлдары- таҡыр.

Офоҡтарға ҡарап баҡҡан

Салауат батыр.

Халҡы өсөн ҡан ҡойған ир

Дан хөрмәт татыр.

Үҙ төйәген мәңге һаҡлар

Салауат батыр!

-Афарин, бик матур шиғыр! Салауаттың исемен мәңгеләштереү өсөн бик күп көс һалынған. Уның исемен тыуған районына биргәндәр. Салауат районы үҙәгендә уға арнап музей ҙа асҡандар. Ә ниндәй ҡала батыр исемен йөрөтә?

-Салауат ҡалаһы.

- Тап шулай. Әйҙәгеҙ әле Башҡортостан республикаһының картаһынан Салауат ҡалаһын табайыҡ. Кем күрһәтә?

- Афарин, балалар! Бик яҡшы! Тағы ла Салауат исемен кемдәр, нимәләр йөрөтә?

- Балалар: Хоккей командаһы, урамдар, парктар, кешеләр.

Дөрөҫ, балалар, Салауат батырҙы нисә йылдар үтһә лә халыҡ онотмай, хөрмәтләп иҫкә ала. Һеҙ балалар ямғырҙан һуң ҡалҡҡан йәйғорҙо күргәнегеҙ бармы? Уны халыҡ Салауат күпере тип атай. Ете төҫлө күпер буйлап, илен һағынып, Салауат батыр илебеҙгә ҡайтыр тип, халыҡ уны көтә. Беҙҙең төркөмөбеҙ ҙә Йәйғор исемен йөрөтә.

( Экранда йәйғор һүрәте)

- Беҙ бөгөн балалар картабыҙҙың барлыҡ һынауҙарын да үттеп сыҡтыҡ, милли батырыбыҙ С.Юлаев тураһында бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алдыҡ. Ә ниндәй файҙалы мәғлүмәттәр тураһында белгәнебеҙҙе нығытыр өсөн мин һеҙҙе өҫтәл янына килеп карточкаларҙа күрһәтелгән һүрәттәр буйынса һөйләргә саҡырам.

Өҫтәлдә баштүбән әйләндереп һалынған карточкалар ята.

-С.Юлаев рәсеме

- Башҡортостан гербы

-Башҡортостан флагы

-Ат һүрәте

- Ҡурай һүрәте

-С.Юлаевтың бюсты

-С.Юлаевтың һәйкәле

-СЮлаев командаһы һүрәте

( Был картинкаларҙы балалар мальбертҡа урынлаштыралар)

- Афарин, балалар! Ә хәҙер кемегеҙ сығып ошо карточкаларға ҡарап С.Юлаев тураһында һөйләргә теләй?

Бик яҡшы! Мин дә һеҙгә балалар Салауат Юлаев кеүек батыр, көслө, үҙ халҡығыҙға файҙалы кешеләр булып үҫеүегеҙҙе теләйем!

Комментировать
Свидетельство участника экспертной комиссии
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ бесплатно!
Подробнее
Комментарии
Добавить
публикацию
После добавления публикации на сайт, в личном кабинете вы сможете скачать бесплатно свидетельство и справку о публикации в СМИ.
Cвидетельство о публикации сразу
Получите свидетельство бесплатно сразу после добавления публикации.
Подробнее
Свидетельство за распространение педагогического опыта
Опубликует не менее 15 материалов и скачайте бесплатно.
Подробнее
Рецензия на методическую разработку
Опубликуйте материал и скачайте рецензию бесплатно.
Подробнее
Свидетельство участника экспертной комиссии
Стать экспертом и скачать свидетельство бесплатно.
Подробнее
Помощь