ӨЛКӘН ТӨРКӨМДӘ
“ҠЫШҠЫ УРМАН” ИСЕМЛЕ ТРАДИЦИОН БУЛМАҒАН ҺҮРӘТ ТӨШӨРӨҮ ДӘРЕСЕ КОНСПЕКТЫ
Маҡсат: Традицион булмаған техниканы ҡулланып ҡышҡы тәбиғәттең матурлығын һүрәттә асып бирергә өйрәнеү.
Бурыстар:
Белем биреү бурыстары: балаларҙы ҡышҡы тәбиғәт образын һынландырырға өйрәтеү, уның матурлығын, ағастарҙың төрлөлөгөн асып бирергә өйрәтеү, манный ярмаһы менән һүрәт төшөрөү оҫталығын үҙләштереү, һүрәт төшөрөүҙең яңы техник ысулы менән таныштырыу (манный ярмаһы һәм йомарланған ҡағыҙ менән).
Үҫтереү бурыстар: традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы ярҙамында балаларҙа һынлы сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, төҫтәрҙе ҡабул итеү һәләтен үҫтереү; ҡул бармаҡтары һәм суҡтары ваҡ моторикаһын юғары кимәлгә еткереү; фантазия һәм ижади уйлау һәләттәрен үҫтереү.
Тәрбиәүи бурыстар: традицион булмаған һүрәт төшөрөүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ижади һәләттәр, бөхтәлек, хеҙмәт мәҙәниәте һәм ҡышҡы күренештәр матурлығы менән һоҡланырға өйрәтеү.
Материалдар һәм ҡорамалдар: посылка, ҡар бөртөктәре, музыка, манный ярмаһы, клей, бумалалар, мамыҡ таяҡсалар, аҡ гуашь, тоноҡланған ҡағыҙ.
Балалар, ҡарағыҙ әле, бөгөн беҙҙә ҡайһылай күп ҡунаҡтар. Әйҙәгеҙ, улар менән һаулыҡ һорашайыҡ та, башҡаса иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәйек.
Бөгөн иртәнсәк балалар баҡсаһына эшкә килешләй мин юлда Ҡар бабайҙы осраттым. Уның яурынында хаттар һәм посылкалар тултырылған ҙур тоҡ бар ине. Һәм ул миңә бер посылканы бирҙе. Ул бик ашыға ине, шуға ла мин уны тотҡарламаным. Посылканы күреү менән, уның кемдән икәнен мин тиҙ аңланым. Һеҙ ҙә аңларһығыҙ, тип уйлайым.
Килде беҙгә бер хат,
Уҡыныҡ уны ҡат-ҡат!
Ҡар бөртөгө ҡуйылған
Өс марка урынына,
Яҙылмаған аҡ ҡағыҙға,
Яҙылған ул ап-аҡ ҡарға.
Балалар, был хат кемдән килгән? (Ҡыштан). Ә һеҙ ҡышты яратаһығыҙмы? Ни өсөн?
Балалар, Ҡыш беҙгә үҙенең Ҡар бөртөгөн ебәргән. Мин һеҙгә бер сер асайыммы? Ҡар бөртөктәре - Ҡыштың ярҙамсылары. Ҡар бөртөктәре үҙҙәренең батшабикәләренә Ерҙе ҡар юрғаны менән ҡапларға ярҙам итә.
- Ә ҡышҡыһын ниндәй уйындар уйнарға була? (конькила, санала шыуыу, ҡар бәрешеп уйнау).
Ҡыш ебәргән Ҡар бөртөгө менән әҙерәк уйнап алырға теләйһегеҙме? Мин уны түңәрәк буйлап ебәрәм, һәм Ҡар бөртөгө кемдең ҡулында була, шул ҡыш миҙгеленең берәй сифатын әйтергә тейеш (ҡарлы, һыуыҡ, буранлы....)
Әйҙәгеҙ, Ҡар бөртөгөн үҙебеҙҙә ҡалдырайыҡ та, уға беҙ нисек ҡышты яратҡаныбыҙҙы һөйләйек.
Ҡыш миҙгеле шул тиклем матур. Шағирҙар, рәссамдар һәм композиторҙар ҡыштың матурлығын үҙҙәренсә тоялар һәм уның тураһында һөйләйҙәр.
Ҡыш – бигерәк матур миҙгел. Бөтә нәмә – өй ҡыйыҡтары, ер, ағастар ҡар менән ҡапланған һәм йомшаҡ ҡар менән бәҫтән торған ап-аҡ кейем кейгәндәр. Ҡар бөртөктәре бөтә урманды, һәр ағасты, һәр ботаҡты ҡаплап алған. Ҡышҡы тәбиғәт шул тиклем матур!
Әйҙәгеҙ, бөгөн беҙ һеҙҙең менән, хас ысын рәссамдарса, ҡышҡы урман һүрәтен эшләйек.
Балалар, әйтегеҙ әле, рәссам һүрәт төшөрөү өсөн ниндәй материалдар ҡуллана? (буяуҙар, кисточкалар, аҡ бур, ҡәләмдәр).
Һүрәтте буяуҙар һәм ҡәләмдәр менән генә түгел, башҡа әйберҙәр менән эшләргә була икән. Ундай предметтар беҙҙең янда бик күп.
Һүрәт эшләй башлар алдынан, әйҙәгеҙ бер аҙ ял итеп алайыҡ.
ФИЗМИНУТКА
Тау башында ҡар, ҡар (аяҡ осонда баҫып ҡулды күтәрергә)
Тау аҫтында ҡар, ҡар (сүкәйеп ултырырға)
Шыршыҡайҙа ҡар, ҡар (ҡулдарҙы ике яҡҡа һуҙырға)
Шыршы аҫтында ҡар, ҡар (үҙенде ҡосаҡларға)
Ҡар аҫтында йоҡлай айыу (айыу һымыҡ атларға йәки йоҡлағанды күрһәтергә)
Тауышланма сеү, сеү (күрһәткес бармаҡты ипенгә терәргә)
Ял иттегеҙме? Ә хәҙер өҫтәлдәр артына ултырышайыҡ.
Төп өлөш:
Балалар, ҡарағыҙ әле, һеҙҙең алдыгыҙҙағы ҙур тарелкаларҙа нимә ул? (манный ярмаһы). Тотоп ҡарағыҙ әле, ул нимәгә оҡшаған? (ҡарға оҡшаған). Манный ярмаһына бармаҡ менән ҡояш һүрәте эшләп ҡарағыҙ әле. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был һүрәт оҙаҡ һаҡланырмы?
Һүрәт оҙаҡ һаҡланһын өсөн, беҙ елем (клей) ҡулланабыҙ. Нисек эшләргә икәнен мин һеҙгә хәҙер күрһәтәм.
Эште аңлатыу:
Кисточкаға елем (клей) алабыҙ һәм ағас һүрәте эшләйбеҙ. Клейҙы, ҡатып өлгөрмәһен өсөн, күберәк итеп алабыҙ ҙа, контур буйлап тиҙ генә эшләйбеҙ. Кисточкаларҙы ситкә һалабыҙ. Хәҙер тарелканан манный ярмаһы алабыҙ ҙа эшләнгән ағас һүрәттәре өҫтөнә һибеп сығабыҙ, уларҙы “ҡар” менән ҡаплайбыҙ. Беҙҙең тылсымлы ҡар ағастырҙы нығыраҡ һырып алһын өсөн, беҙ бармаҡ уйыны менән уйнап алайыҡ.
БАРМАҠ УЙЫНЫ:
-Ҡыш көнө нимә уйнайбыҙ?
Яланда саңғы шыуабыҙ,
Конькила бик шәп ҡыуабыҙ
Санала беҙ елдерәбеҙ,
Йомарлап ҡар бәрешәбеҙ.
Ә хәҙер, балалар, манный ярмаһын кире тарелкаларға һалабыҙ. Ҡарағыҙ әле, беҙҙең ағастар, әйтерһең дә, аҡ тун кейгәндәр.
Балалар, беҙҙең һүрәттәрҙә нимәлер етмәй, беҙ бит урман һүрәтен эшләйбеҙ. Дөрөҫ, һүрәттә ҡар һүрәте етмәй.
Ә ҡарҙы кисточкаһыҙ, тағы нимә менән эшләргә була? Әйе, мамыҡ таяҡсалар менән. Мамыҡ таяҡсаларҙы алығыҙ ҙа аҡ буяуға манып алығыҙ һәм шул рәүешле ҡар бөртөктәре эшләйбеҙ. Ҡар бөртөктәре ергә төшәләр һәм шулай көрт (сугроб) барлыҡҡа килә.
Ә көрт һүрәтен беҙ йомарланған салфеткалар ярҙамында эшләйбеҙ. Салфеткаларҙы алығыҙ ҙа, ҡулығыҙҙа йомарлағыҙ һәм аҡ буяуға манып, көрт һүрәтен эшләгеҙ.
Балаларҙың үҙ аллы эше). (Балалар музыка аҫтында үҙ аллы эшләйҙәр)
Йомғаҡлау өлөшө:
Афарин, балалар. Иҫ киткес матур ҡышҡы картиналар килеп сыҡты. Әйтерһендә, беҙ ҡышҡы урманға килеп индек.
Балалар, беҙ һүрәттәрҙә ниндәй йыл миҙгелен күрәбеҙ?
Беҙ һүрәттәрҙә нимәне төшөрҙөк?
Эш барышында һеҙ ниндәй әйберҙәр менән ҡулландыгыҙ?
Ә хәҙер. Әйҙәгеҙ, ҡулдарға тотоношоп, түңәрәккә торайыҡ та, бер-беребеҙгә һәм ҡунаҡтарға әйтәйек:
1,2,3,4,5,6 – осрашырбыҙ беҙ тағы! Һау булығыҙ!