Ижади диктант.
Алтын көҙ.
(Йәмле) йәй үтеп китте. Алтын көҙ етте. Болондар ҙа, яландар ҙа (йәшел хәтфә) төҫтәрен юғалттылар. Бөтөнләй буш ҡалған иген баҫыуҙары ла көҙ башланыуы тураһында хәбәр итә.
Ағастарҙағы япраҡтар (һары, һоро, ҡыҙыл) төҫкә мансылды. Әкрен генә иҫкән (йомшаҡ) елгә лә улар шытырлап оса.
Хәҙер урманда ҡош тауыштары ишетелмәй. Улар (йылы) яҡҡа осоп киткәндәр.
Йәнлектәр донъяһында ла (ҙур) үҙгәрештәр бар. Уларҙың балалары үҫеп етте, һәм үҙ алдына көн күрә башланы.
Беҙҙе солғап алған тәбиғәт көндән-көн үҙгәрә. Хайуандар, үҫемлектәр һалҡын ҡыпгка әҙерләнәләр.
Оҙаҡламай ҡыш килер. Бөтә ер (аҡ) ҡар менән ҡапланыр.
Иҫкәртмәле диктант.
МУЛ УҢЫШ ӨСӨН КӨРӘШ.
Республикабыҙҙа икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары йәйрәп ята. Бында туҡ башаҡлы бойҙай, ялбыр сәсле арыш һәм башҡа ашлыҡтар шаулап үҫә. Игенселәр, юғары уңыш йыйыу өсөн, йыл буйы тырыша. Улар көҙҙән ерҙе туңға һөрөп ҡалдыра, баҫыуҙарға тиреҫ сығара, ҡар тота. Яҙын яҡшы сифатлы орлоҡ сәсә. Ураҡ өҫтө крәҫтиәндең хеҙмәтен йомғаҡлай. Урып йыйыу ваҡытында комбайнерҙар көнө-төнө эшләй. Игенселәр илебеҙҙе мул уңыш менән шатландыра. Иген үҫтерергә уҡыусылар ҙа ярҙам итә. Улар утау
эштәрендә ҡатнаша, ырҙында ярҙамлаша. (Башҡортостан календарынан.)
Контроль диктант.
Яҙ килә.
Яҙ килеүен иң тәүҙә ҡоштар һиҙенә. Сәүкәләр, турғайҙар оя әҙләп оса, йылы яҡтан ҡара ҡарғалар ҡайта. Ә ҡыҙылтүш турғайҙар, киреһенсә, төньяҡҡа, һалҡын тайга урмандарына күсә.
Марттың икенсе яртыһында ағас ботаҡтарында бөрө тулыша башлай.
Йылға, күлдәрҙә балыҡтар уяна. Урмандағы йәнлектәр тиреләрен алмаштыра. Был осорҙа һунар итергә ярамай.
Март аҙағында ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары ҡайтып төшә.
Был айҙы бөтә тереклек ауыр кисерә. Йәнлектәр, ҡоштар асыға. Шуға күрә ҡанатлы дуҫтарға оялар яһарға, тағараҡтар элергә, ем һибергә кәрәк. («Аҡбуҙат» журналынан.)
Контроль диктант.
«АЙ УРАЛЫМ, УРАЛЫМ».
Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: «Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда». Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далалары һәм Ҡаҙағстанға барып сыға.
Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һоҡланып, ул «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр ижад иткән.
«Урал» атамаһы башҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала. (84 һуҙ.) (Р. Шәкүрҙән.)
Изложение.
САЛАУАТ ҺӘЙКӘЛЕ.
Салауат, көслө ҡулдары менән теҙгенде тартып, ярһыу арғымағын яр ситенә туҡтатҡан да, өҙәңгеһенә баҫып, ҡалҡа биреп, үткер күҙҙәре менән Ағиҙел аръяғын күҙәтә. Йөҙөндә ихтыяр көсө, ныҡлыҡ, ышаныс. Ҡамсы тотҡан уң ҡулы яуҙаштарын алға саҡыра.
Скульптор С. Д. Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитекторы И. Ғ. Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символына әйләнде. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, Ағиҙел буйлап йөҙгәндә лә, самолеттан да бик мөһабәт күренә.
Ысынлап та, Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге гранит нигеҙе менән бергә 19,8 метр, ауырлығы 40 тонна. Ул Ленинградтың (хәҙер Санкт-Петербург) «Монумент-скульптура» заводында суйындан ҡойолдо.
Һәйкәл илебеҙ монументаль скульптураһының ҙур ҡаҙанышы. Уны ижад иткәне өсөн Сосланбәк Дафаевич Тавасиевҡа Дәүләт премияһы бирелде. («Аманат» журналынан.)
Инша.
«Өфөм– баш ҡалам».
Инша.
«Ҡышҡы тәбиғәт».